Все новости
Хәтер
17 Июля , 16:18

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Хәсән Миңлеғәле улы БИКМӨХӘМӘТОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә биш йыл тулды.

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ
Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Яҡыныбыҙҙың китеүе беҙҙең өсөн мәңгелек ҙур ҡайғы, әлегә тиклем юғалтыуҙы ҡабул итеү мөмкин түгел...
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры, ҡото ҡала. Ул беҙҙең хәтерҙә изге күңелле, мәрхәмәтле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл, гел яҡшылыҡ ҡылыусы, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын. Аллаһы Тәғәлә булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, ҡыҙҙары, улы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: