Все новости
Хәтер
21 Июля , 11:47

Ожмахтарҙа булһын йәндәре...

Ошо көндәрҙә, тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Илгиз Минибай улы САФАРОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тула.

Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...

Яҡыныбыҙ изге күңелле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәрендә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең йөрәктәребеҙ түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, улы, килене, ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: