Все новости
Хәтер
22 Июля , 17:33

Рәхмәт, апай

Ул бына-бына ишегебеҙҙе асып килеп инер кеүек.

Рәхмәт, апай
Рәхмәт, апай
- Ҡайҙа был, ҡайҙа теге? - тип береһе урынында булмаһа белешер ине, һәр беребеҙҙе исемләп белә ине апайыбыҙ. 
Шулай булмай, нисәмә йылдар, юлыбыҙҙы һыуытмай килеп йөрөнө, бер ҡасан да буш килмәй ине, гел хәбәр-хат алып килде. Бик булмаһа, шылтыратыр ине. Нимәһе иҫтә ҡалған: кемделер яманлап яҙғаны, һөйләгәне булманы. Телендә гел маҡтау булды, бына килендәрен маҡтай (уныҡы һымаҡ килендәр башҡа бер кемдә лә юҡ!), бына фермерҙың аяғын ергә лә төшөрмәй, маҡтай, бына башҡа берәй ауылдашына, врачтарға, Ялсыҡайына килеп концерт ҡуйған артистарға мәҙхиә уҡый. Үҙенә ошолар өсөн рәхмәттәр әйткәндәре булдымы икән? Әйткәндәрҙер, беҙҙең халыҡ - йылы һүҙҙе аңлай, баһалай белә торған халыҡ. Әле, үҙе юҡта, был рәхмәттәрҙең баһаһы ла бермә-бер артты. 
Башҡаса беҙҙең ишектәрҙән кереп күренмәҫһең, апай. Фанилыҡтағы ишектәр ябылды, башҡаһы асылды - ожмах ҡапҡалары. Ғәйепләп китмә, барыһы өсөн дә рәхмәт. 
Автор:
Читайте нас: