Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла!
Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған тормош иптәшем 2022 йылдың 2 авгусында, беҙҙең йөрәктәребеҙгә оло яра һалып, ҡапыл ғына мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тормошто ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Ул ҡатынына һөйөклө ир, балаларына изге атай, ә ейәнсәрҙәренә яратҡан, оло йөрәкле олатай, кешеләргә яҡты йөҙлө, ихтирамлы булды.
Уны уйламаған, иҫкә алмаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ. Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағынабыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмах түрендә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын!
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең ҡатыны Фирүзә.