Атайыбыҙ изгелекле, оло йөрәкле, киң күңелле, ярҙамсыл, тормошто яратып йәм табып йәшәй белде. Ҡәҙерле атайыбыҙҙы бик һағынабыҙ, юҡһынабыҙ әммә үкенескә күрә кире ҡайтарып булмай.
Барыбыҙға ла терәк-таяныс булған ҡәҙерле атайыбыҙҙы күреп-белгәндәр ошо көндәрҙә рухын ҡыуандырып яҡты уйҙар, изге һүҙҙәр менән генә иҫкә алһын ине.
Ауыр тупрағы еңел, мәңгелек йоҡоһо тыныс, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, йәне ожмах түрендә булһын ине атайыбыҙҙың.
Мәрхүмдең балалары.