Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр!
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ!
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Яҡыныбыҙға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен, булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын.
Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә,
Йәннәттәрҙә булһын йәндәрең.
Мәрхүмдең әнейе, әтейе, тормош иптәше һәм туғандары.