Хәтер
2 Август 2024, 11:14

Юҡһынабыҙ һине, Альберт

Һин һәр ваҡыт хәтеребеҙ түрендә.

Юҡһынабыҙ һине, АльбертЮҡһынабыҙ һине, Альберт
Юҡһынабыҙ һине, Альберт

Был донъяла, ғүмер иткән осоробоҙҙа, һәр беребеҙ үҙ ғүмеренең барышында, йәғни икенсе яртыһында, һыналған, ышаныслы дутарын, уртаҡ фекергә килеп, аңлашып, күгә-күҙ ҡарап һөйләшкән серҙәштәрен, фекерҙәштәрен, һынауҙар, ауырлыҡтар килгәндә, яурын терәрлек таяныстарын эҙләп таба.
Минең тормошомда ла шундай дуҫтарым булды һәм әле лә бар тип әйтә алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһылары бөгөн беҙҙең арала юҡ инде.
Әммә ләкин уларҙың миңә күрһәткән изгелектәре, кешелек сифаттары, хөрмәттәре, уларҙың яҡты рухы күңелем түрендә мәңгелеккә урын биләне.
Шундай дуҫтарымдың береһе Яҡшымбәт ауылы ир уҙаманы Альберт Рауил улы Мәҡсүтов булды. Уның фани донъяны ташлап, баҡыйлыҡҡа күсеүенә ике йыл тулды. Ҡыҫҡа ғына ғүмерер осоронда ул кешеләргә һәр саҡ асыҡ йөҙлө, изгелекле ҡарашта булды.
Ул һәр ваҡыт хәтеребеҙ түрендә.
Альберт уҙаманымды белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген, изге китабыбыҙҙа аят-доғалалар уҡып, тик саф күңел, йылы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы. 

Автор:
Читайте нас