Хәтер
10 Август 2024, 04:52

Сиҙәмде күтәреүсе ауылдаштарыбыҙ

Ошо тарихи ваҡиғаны яҙышырға ярҙам иткән Мораптал музейы хеҙмәткәре Альфира Нигматуллинаға һәм дә ауылдаштарыма ҙур рәхмәт!

Сиҙәмде күтәреүсе ауылдаштарыбыҙСиҙәмде күтәреүсе ауылдаштарыбыҙ
Сиҙәмде күтәреүсе ауылдаштарыбыҙ

Сиҙәмдең эпопеяһы 1954 йылда башланып, тарих биттәрендә бик ҙур урын алып тора.

Күпме йәштәрҙе үҙ ҡуйынына йыйған сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә беҙҙең ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмаған.
Быйылғы йыл сиҙәмде(целина) үҙләштереүселәрҙең 70- йыллығы!
1954 йылда сиҙәмде күтәреү буйынса ҡарар ҡабул ителгәстә, бик күп йәштәр үҙ теләктәре менән, сиҙәм ерҙәренә юллана.
Тик ошо ваҡытта уҡ, урындағы халыҡ та ҡул ҡаушырып ултырмай.
Сиҙәм күтәреүҙә урындағы депутаттарыҙың дә өлөшө ҙур.
Мораптал биләмәһе эшсәндәре лә, был программаны тормошҡа ашырыуҙа күп өлөш керетте. Партия ҡушыуы буйынса, сиҙәм күтәреүҙең беренсе көндәренән үк "Киров" колхозы эшсәндәре лә тәүге эш көндәре алдынан уҡ, бик күп һорауҙарҙар алдында аптырап ҡала, тиҙ арала ҙур складтар төҙөу йыйылған уңыш өсөн, эшләгән халыҡтың көнкүреш хеҙмәтен яҡшыртыу, барыһы ла эшсән халыҡ өсөн кәрәк була.
Ошо сиҙәмде күтәреү осоронда, комсомол бригадаһы ойошмалары бик актив эшләйҙә инде. Ошо ойошманың етәксеһе булып Мулюков Ибрай һайлана.
Гәзиз Әльмөхәмәтов музейында, ауылдаштарыбыҙҙың бик матур фотолары һаҡлана, "Улар сиҙәмде күтәреүселәр" тигән вывеска аҫтында өс ауылдаштарыбыҙҙың фотоларын күреп ҡалдым, улар: Кадыргулов Гизитдин ағай,
Яматова Минзифа апай , Рахмангулова Әсҡәпъямал апай, йәшәү көсө ташып торған саҡтарында төшкән фотолар.
Бәләкәй генә Яҡут ауылынан ниндәй генә кешеләр сыҡмаған- тип ғорурланып та ҡуйҙым.
Ошо ҡасандыр ауылыбыҙза йәшәп киткән апай- ағайларҙы ла иҫкә алып үтһәк бик яҡшы булыр тип, һеҙҙең дә иҫегеҙгә төшөрөп үтәргә булдым.
Улар бит колхозыбыҙҙа тәүге сиҙәм ерҙәрен асыусылар!
Матур ғына мөләйем сырайлы Сәмиғә инәй менән Ғизитдин бабайҙы бик яҡшы хәтерләйһегеҙҙер! Ғүмер баҡый колхозда эшләп бик тырышып донъя көттөләр, Ғизитдин бавай 1930 йылғы, Сәмиғә инәй 1929 йылғы.
Сәмиғә инәй Яҡутҡа Мораптал ауылынан килен булып төшә, биш балаға ғүмер бүләк итәләр.
Ғизитдин бабай ғүмер баҡый тракторҙан төшмәне, хәтерҙә ҡалған, Ғизитдин бавай сөгөлдөрлөккә "Пыт- Пытыһы" менән килһә нисектә тороп ҡалмаҫҡа тырыша торғайныҡ, ул ваҡытта транспорт бик әҙ ине, күңелле итеп ултырып ҡайтыр инек. Шундай изге күңелле инәй менән бабай булдылар.
Уларҙың тормоштарын дауам итеүсе ауылдағы улдары Тәлғәт ағайҙа тракторист булып эшләп юғары наградаларға лайыҡ булып, ауылда төпләнеп тормош көтәләр ғаиләһе менән.
Салауат авзый менән Зифа апай ҙа ауылыбыҙҙың бер тигән парҙары булып, биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр.
Зифа апайға сиҙәм асылғанда 17 генә йәш була, ул ваҡытта яланда эшләгәндәргә аш бешереүселәр, төрлө агитбригадалар алып барыусы йәштәр бик күп кәрәк булған.
Тик ошо сиҙәмселәрҙең эштәре тураһында бик аҙ беләбеҙ,үҙҙәре иҫән ваҡытта һорашып белешмәгәнбеҙ, уларҙың иңенә лә бит ауыр ғына ваҡыт тура килгән.
Зифа апай менән Салауат ағайҙа бик татыу, ишле генә ғаиләле булдылар.
Әлеге көнда атай йортон тәрбиәләп, тыуған ергә берегеп, ауылдың абруйын күтәреп, улдары Наурат дауам итә Яматовтарҙың тамырҙарын. Ҡунаҡҡа атай йортона ҡаланан ҡыҙҙары ла ҡайтып, бик күңелле татыу итеп атай- әсәй васыятын дауам итәләр.
Ә бына өсөнсө фотолағы Әсҡәпъямал апай тураһында, мин белгәнемдә инде был апай Иҙелбик тигән ағай менән бик матур итеп донъя көтәләр ине.
Рахмангулова Әскәпьямал апай 1935 йылда тыуған,.
Мин Әскәпямал апайҙың ҡыҙы Гөлгөнә аша белешеп ошоларҙы белдем:
-Эйе, апай минең әсәйем сиҙәм үҙләштереү ҙә ҡатнашҡан, плугатор булған ул(һабан да йөрөгән)трактор артында ултырып йөрөгән, шул ваҡытта төшкән фотоһы ла бар ине, трактор эргәһендә саңға батып торған ваҡытта төшкән ине, алған медалдаре, Почёт грамоталары "За освоение целины" - тигән бик күп ине ауылда тине.
Гөлгөнә ҡыҙҙары Өфө ҡалаһында йәшәй, апайҙың тағы ла бер ҡыҙы бар, ул Ермолаево ҡасабаһында эшләп йөрөй.
Шулайтып Әскәпьямал апайҙың донъяһы әлегә буш тора.
Бик күп һораша торғас ауылдаштарҙан шуны белдем, сиҙәм үҙләштереү ҙә тағы ла
Кадыргулов Фәрхетдин бабайҙа ҡатнашҡан икән, Фәниә инәй менән бабайҙы онотоп буламы инде, күпме изгелектәр эшләп, ауылда иң беренселәрҙән булып ҡойо ҡаҙған инәй менән бабай. Фәрхетдин бабай ғүмер баҡый сваркала эшләне, сиҙәм үҙләштергәндә лә уның был эше бик кәрәк булған.
Яматова Мансура апайҙы хатта Мәскәүгә саҡырып медаль менән бүләкләгәндәр.
Сиҙәм үҙләштереүҙә ҡатышҡан шул тарихи йылдағы шаһиттар бөгөнгө көндә һуғыш ветерандары артынан китеп бөтөп баралар, бик аҙ ҡалған улар.
Үҙенең үткән тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ тиҙәр.Ошо ауылдаштарыбыҙҙың тарихын барлап, киләһе быуынға тапшырһаҡ, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ ине.
Ошо хеҙмәт батырҙарына, Дан йырлайбыҙ бөгөн!
Ошо тарихи ваҡиғаны яҙышырға ярҙам иткән Мораптал музейы хеҙмәткәре Альфира Нигматуллинаға һәм дә ауылдаштарыма ҙур рәхмәт!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 

 

Автор:
Читайте нас