-5 °С
Облачно
Ҡәҙерлеләребеҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булдылар. Яҡын кешеләребеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә, йөрәктәрҙе әрнетеп, бер минутҡа ла иҫтән сыҡмайҙар. Уларҙы белеүселәр, ғәзиздәребеҙҙең изге рухтарын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәндәре йәннәттә булһын. Улар йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, улар – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Онотмабыҙ һеҙҙе мәңге,
Рухтарығыҙ йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһегеҙ һеҙ нурланып
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Әнеһе, апалары Ғәлиә, Люциә, мырҙалары Марат, туғандары Нәфисә.