Все новости
Хәтер
14 Августа 2024, 12:32

Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк

Ошо көндәрҙә Үрге Баба ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Фәнит Шәйәхмәт улы ЯЛСЫҒОЛОВ оҙаҡ ауырығандан һуң, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына 40 көн тулды.

Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк
Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк

Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә, Көйөргәҙе ауылы егеттәренә, Әхтәм муллаға, туғандарға, дуҫтарға ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Ул бик тыйнаҡ, изге күңелле, намыҫлы, өлгөлө ғаилә башлығы, абруйлы, ихлас күңелле, барыһына ла ярҙамсыл кеше ине. Ғүмер буйы колхозда эшләгән яҡыныбыҙҙы яуаплы, эшһөйәр, намыҫлы хеҙмәткәр тип баһаланылар. Уның яҡты донъя менән хушлашыуы оло юғалтыу булды.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан ере йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Онотмабыҙ һеҙҙе мәңге,
Рухтарығыҙ йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһегеҙ һеҙ нурланып
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.

Автор:
Читайте нас: