Все новости
Хәтер
16 Августа 2024, 09:57

Беҙҙең менән һин дә йәшәйһең

Бөгөн һиңә 39 йәш тулған булыр ине.

Беҙҙең менән һин дә йәшәйһең
Беҙҙең менән һин дә йәшәйһең

Был һүҙҙәрҙе яҙыуы ғына түгел, ошо хаҡта уйлауы ла бик ауыр - ир кешенең типтереп, тормоштоң һәр йәменә ҡыуанып, уның тәмдәрен татып ҡына йәшәр сағы. 

...Һеҙ нисек унда? Бик бошонаһы килмәй, мах бирергә тырышмай, яҡшыға өмөттө өҙмәй, йәшәп ятыш. Йәйебеҙ быйыл әллә ҡалай - һыуыҡ, ямғырҙар туҡтамай, иген дә шәптән түгел. Уның ҡарауы, бәшмәк күп. Һин бит бәшмәк йыйырға ярата инең (ғөмүмән, тәбиғәтте яратҡан бала инең). Иҫән булһаң, тәбиғәт ҡосағында, Ҡотлоюлдамы, әсәйеңдең тыуған яҡтарындамы, кинәнеп бер байрам итер инең. Быға ямғыр ғына кәртә була алмаҫ ине.

Әсәйең тигәндән, Лилиә апай әле дауаханала, Өфөлә, ята. Күҙҙәренә операция яһайҙар, бер генә түгел, бер нисәне. Кисә һөйләштек, әлегә күрмәйем, күҙҙәрҙе, ҡаплап, бәйләп ҡуйҙылар, ти. Шәбәйеп ҡайт тип теләнек, әсәйең бирешмәй, ҡайтҡас, миңә ҡунаҡҡа килегеҙ тип сәй табынына саҡырып та ҡуйҙы.

Шулай хәлдәр, Салауат. Бөтәһен яҙып бөтөп булмай. Дөрөҫөн әйткәндә, әйтер һүҙҙәрҙе ҡапыл ғына иҫкә төшөрөп тә булмай, яҙаһың, ә иң мөһиме онотолоп ҡалыр кеүек. Һөйләшер һүҙҙәр алда булыр әле, ҡалай булһа ла, тормош дауам итә, ә был тормошта беҙҙең менән бергә һин дә йәшәйһең.

Тыуған көнөң менән!

Автор:
Читайте нас: