Все новости
Хәтер
26 Августа 2024, 12:45

Йондоҙ шикелле атылып һүнде...

Ошо көндәрҙә барыбыҙҙы оло ҡайғыларға һалып, яҡын кешебеҙ, туғаныбыҙ - Рәлиә Хәлил ҡыҙы Ибраһимова бик йәшләй генә, ҡәһәрле ауырыуҙан һуң арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Йондоҙ шикелле атылып һүнде...
Йондоҙ шикелле атылып һүнде...

Яҡыныбыҙҙың ғүмере йондоҙ шикелле атылып һүнде... Туғанҡайыбыҙ шул тиклем ипле, яғымлы, егәрле, берәүгә лә бер ҡасан да асыуланмаҫ ине, шул тиклем туған йәнле, бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Уны юғалтыуыбыҙға һаман ышанып булмай...
Яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, Рәлиәне белеп, уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алғандарға, барыһына ла оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, ҡайғылар урап үтһен.
Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Барлыҡ яҡындары исеменән апаһы Гөлнур

Автор:
Читайте нас: