Ҡәҙерлебеҙ кешегә иғтибарлы, киң күңелле, оло йөрәкле, эшсән, өлгөлө әсәй, өләсәй, тормош иптәше булды. Ул бик оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләп, хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыҡты. Беҙгә, балаларына яҡшы тәрбиә биреп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Туғандарына ныҡлы терәк, ярҙамсыл, иғтибарлы булды, ауылдаштары өсөн дә үрнәк, яҡты йөҙлө кеше булып хәтерҙәрендә һаҡланыр.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға килгән, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Яҡыныбыҙҙы уйламаған, иҫкә алмаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ, Беҙҙең менән бергә мәрхүмәне яҡты, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алһағыҙ беҙ бик шат булыр инек. Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урындары йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмәнең тормош иптәше һәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.