-5 °С
Облачно
Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.