Все новости
Хәтер
4 Сентября , 17:17

Урының ожмахта, йәнең йәннәттә булһын

Кисә беҙҙең иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ - Юлиә Рафиҡ ҡыҙы Хөсәйенованың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, йәшләй генә арабыҙҙан китеп барыуына бер йыл да булды.

Урының ожмахта, йәнең йәннәттә булһын
Урының ожмахта, йәнең йәннәттә булһын

Юлиә апайым тормош һөйөүсән, һәр яҡлап та әүҙем, егәрле, асыҡ күңелле, туған йәнле ине.

Апайымдың йөҙөнән ихлас йылмайыуы бер ҡасан да китмәне, ул шул тиклем тормош һөйөүсән, изгелекле, ярҙамсыл булды. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл тулһа ла, һаман ышана алмайым. Был барыбыҙ өсөн дә, ышанып булмаҫлыҡ, ауыр юғалтыу. Һинең яҡты йөҙөң, изге рухың, йылмайыулы йөҙөң мәңге минең күңелдәрҙә һаҡланыр.
Апайым, урының ожмахта, йәнең йәннәттә булһын.

Туғаның Александра.

Автор:
Читайте нас: