-5 °С
Облачно
Һөйөклөбөҙ изге күңелле, кешелекле, йомшаҡ һүҙле булды, барыбыҙҙы ла хәстәрләп, гел ярҙам итергә тырышып йәшәне. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп йәшәне. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй барыбыҙға ла терәк-таяныс булды.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып,
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Их, күрешеп бер һөйләшергә.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре