Туҡтамай яуған ямғыр ҙа был көндө туҡтап, ҡояш балҡып торҙо һәм мәрхүмебеҙ мосолмандарҙың иң изге көнө - йома көнө гүр эйәһе булды, ни хәл итәһең, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың инде.
Ағайыбыҙ ғүмеренең аҙағынаса хәстәрлекле, аҡыллы, киң күңелле ил ағаһы булып ҡалды. Һуңғы юлға оҙатырға килгән туғандарының, Шәбағыш ауылы халҡының, тирә-яҡтан килгәндәрҙең, бигерәк тә имам-мөхтәсиб Айнур хәҙрәттең сығышы быға асыҡ миҫал булып торҙо, әлхәмдүлилләһ. Ул үҙенең сығышында Рәшит ағайҙың 5 йыл дауамында ауырыуына ҡарамаҫтан, дини эште еренә еткереп алып барыуы, Мариуполгә ярҙам йыйғанда имамдарҙан беренселәрҙән булып был эште эшләүе һәм ауыл хакимиәте менән ятҡан еренән һөйләшеп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын мәктәпкә йыйып, уҡытыусы менән һөйләшеп, уҡытыуҙы ойоштороуын һәм башҡа изге эштәре тураһында маҡтап һөйләне.
Рәшит ағайыбыҙҙың урыны ожмахта булһын, уға арнап уҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы