Хәтер
4 Октябрь 2024, 06:00

Йөрәк түрендә

Бикмаев Юнир Сәлихйән улына.

Йөрәк түрендәЙөрәк түрендә
Йөрәк түрендә

Әтей, Атай, ошо дүрт хәрефтә,
Күпме хәтер, күпме мәғәнә.
Күпме һөйөү, күпме наҙ, тәрбиә,
Диңгеҙгә тиң тәрән даирә.

Һин бит, әтей, беҙгә һәр саҡ үрнәк,
Һәр саҡ терәк булдың, әле лә,
Гел яҡшы һүҙ менән иҫкә алабыҙ беҙ,
Йәшәйһең һин йөрәк түрендә.

Ҡаршы ала һин ултыртҡан миләш,
Асып кергән ҡапҡа-йортобоҙ,
Тупһаларҙа миннек бәйләгәнең,
Күҙ алдында тора уйылып.

Тик ҡайтарып булмай үткәндәрҙе,
Ҡала бара хәтер түрендә.
Йылдар үтеү менән тәрәнәйә икән,
Әтей биргән ныҡлы тәрбиә.

Һәм оҙатып ҡала Атай йорто,
Көс һәм дәрт биреүсе еребеҙ.
Күңел түрҙәрендә йәшә, әтейебеҙ,
Ҡурсалаусы изге кешебеҙ.

Альбина БИКМАЕВА, Өфө ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас