2 март улымдың тыуған көнө. Ул миңә 8 март - яҙ байрамына бүләк булып донъяға килгән ине, ә һағыш һалып китеп барҙы...
Көтөп алған баланың донъяға килеүе, ниндәй бәхет бит ул! Был бәхет бөтмәҫ кеүек тойолдо миңә. Сабый янында йоҡоһоҙ төндәр, һалҡын тейгәндә табипҡа йөрөүҙәр, тәүлек әйләнәһенә кер йыуыу, үтекләү... Ҡайһы бер саҡ еп өҙөрлөк тә хәл ҡалмай, әммә балаң бер йылмайһа, арыуҙар һыпырып ташлағандай юғала һәм йөрәгемә бәхет, ошо ҡәҙерле бәләкәй генә төргәккә ҡарата мөхәббәт һәм наҙ тыуа ине.
Ваҡыт үтә торҙо, ә сабыйым үҫте. Уның беренсе тапҡыр әйткән һүҙҙәре, беренсе аҙымдары һәм һуңғы әйткән һүҙҙәре, күҙ ҡарашы мәңге-мәңге иҫемдә. Иҫерек шоферҙың улымды машинаһы менән бәрҙереүен күргәс, мин ергә теҙләнеп улымды ҡулыма алып Хоҙайҙан уның ғүмерен өҙмәүен үтенеп һораным. Әммә, ул улымды тартып алды.
Ваҡыт - даръя, ваҡыт дауалай тиҙәр, әммә ваҡыт дауаламай икән. 2000 йылдың октябрендә булған фажиғәғә 24 йыл үтһә лә, бала һалған ҡайғы тәрәнәйеп-тәрәнәйеп үтеп керә икән.
Балаларҙы тыуҙырабыҙ
Түгел юғалтыр өсөн.
Юғалтҡандарға Хоҙайым
Бир һин сабырлыҡ.
Бер кешегә күрһәтмәһен
Әсе бала ҡайғыһын.
Үҙ башынан үткән генә
Аңлай уның әсеһен.
Дошманға ла күрһәтмәһен
Ундай ауыр ҡайғылар.
Миңлегөл ХАНБӘКОВА, Абдул ауылы