Хәтер
10 Октябрь 2024, 04:13

Тыныс ят, ҡәҙерлем

Барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып тормош иптәшем, атайыбыҙ Максим Злобин, ил алдындағы бурысын үтәгәндә, мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы.

Тыныс ят, ҡәҙерлемТыныс ят, ҡәҙерлем
Тыныс ят, ҡәҙерлем

Ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланып, Донецк өлкәһендә, Желанное тип аталған ауыл янында батырҙарса һәләк булды.
10 сентябрҙә ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән, ауыр юғалтыу ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астаховҡа, мәрхүмебеҙҙе эҙләүҙә булышлыҡ күрһәткән Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Максим Пержинскийға, һәр ваҡыт терәк булған 5-се мәктәптәге улымдың класс етәксеһе Гүзәл Куланчинаға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Максим иҫ киткес яҡшы тормош иптәше, өлгө булырлыҡ атай ине... Ул ярҙамсыл, туған йәнле, яғымлы булды... Ҡәҙерлебеҙҙе юғалтыуға һаман ышанып булмай. Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә. Батырыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Максимымдың ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше Айгөл ЗЛОБИНА.

Автор:
Читайте нас