Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, туған йәнле, ярҙамсыл яҡыныбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә һаман ышанып булмай. Яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән барлыҡ туғандарға, Ҡансыра, Ялсыҡай ауылы халҡына, дуҫтарына, уны белеп, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алғандарға, барыһына ла оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, ҡайғылар урап үтһен.
Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын. Наил абзыйҙың, Илһам туғаныбыҙҙың, шулай уҡ барлыҡ яҡындарының, балаларының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡтар, түҙемлектәр теләйбеҙ.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Йыһаншиндар ғаиләһе исеменән туғаның Гөлнур.