Кисә Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йорто йыр-моңға тулды. Был көндө яҡташыбыҙ, талантлы композитор, баянсы, йырсы, 250-нән ашыу көй авторы Йәүҙәт Афғанур улы Усмановты 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлап, ижадташ дуҫтары ҡотларға килде.
Юбилярға ҡарата әйтелгән ҡотлау-маҡтау һүҙҙәре, бүләктәр хаҡында барыһын да яҙып бөтөрлөк тә түгел. Ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев: «Һеҙ беҙҙең яратҡан ҡунаҡ, һеҙҙе һәр саҡ көтөп алабыҙ, йышыраҡ килеп, йыр-моңдарығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ», - тиһә, гимназия директоры Гүзәл Усманова: «Шундай талантығыҙ менән Өфө, Мәскәү сәхнәләрендә йөрөр урынға, һеҙ тыуған яғығыҙға тоғро ҡалдығыҙ», - тине. Заманында бергә-бергә гөрләтеп эшләгән Любовь Байғотлина: «Йәүҙәт заманында 8 түңәрәк эшләй ине. Ныҡ дәртле саҡтар булды. Йәүҙәт мәктәп йылдарынан алып мәҙәни усаҡтың уртаһында ҡайнаны», - тигән йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Мин үҙем синыфташыма арнап: «Ауылға Йәүҙәт килгәйне, Таймаҫ йәмләнеп китте, Ғүмере буйы моң таратып, Йәүҙәт 60-ҡа етте», - тигән шиғыр юлдарымды бүләк иттем. Байрам кисәһендә тик Йәүҙәт Усмановтың ғына йырҙары яңғыраны. Уларҙы Йәмилә Рамаҙанова, Венера Усманова, Азамат Туйгилдин, Фәрит Юлтаев, Альбина Килмәтова, Фатима Усманова, Гөлнур Ғөбәйҙуллина, Заһир Аҙнабаев кеүек районыбыҙҙа билдәле йырсылар башҡарҙы. Ә Йәүҙәттең уҡыусыларының сығышы бар тамашасыны һоҡландырҙы. Мәҙәниәт йорто директоры Альбина Зәки ҡыҙы: «Тиҙҙән ҡытайҙарҙы ла башҡортса йырларға өйрәтерһегеҙ әле», - тип әйтеп ҡуйҙы. Кисә һуңында оло рәхмәттәрен белдереп, үҙенең саратскийында уйнап ебәргән класташымдың бейеү көйҙәренә урында ултырып булманы, бейеүгә төшөп тә киттек. Уңыштар һиңә, Йәүҙәт!
Фәрзәнә ӘБСӘЛӘМОВА, Яңы Таймаҫ ауылы
2 март, 2017 йыл