Гөлнур Шаһинуровна Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортона эшкә килгәс, бер төркөм мәктәп уҡыусыларын йыйып, "Өмөт" бейеү ансамблен ойошторҙо. Ул беҙгә төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен өйрәтте, ансамбль менән сағыу фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, беренсе урындарҙы яуланыҡ. Бер мәл Таймаҫ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән район ауылдары сәхнәләрендә концерттарҙа сығыш яһау бәхете лә тейҙе. "Өмөт" бейеү ансамбле "өлгөлө" исемен алып, оҙаҡ йылдар сәхнәләрҙән төшмәне. Гөлнур Шаһинур ҡыҙы беҙҙең хәтерҙә моңло тауышлы йырсы, көслө етәксе, кешелекле һәм кеселекле уҡытыусы булараҡ ҡаласаҡ. Артабан һайлаған һөнәребеҙ бейеүсе булмаһа ла, ул өйрәткән сәхнә теле беҙгә оло тормошта ярҙам итте. Рәхмәтлебеҙ һиңә, тыныс йоҡла, Гөлнур апай..
Ихтирам менән "Өмөт" бейеү ансамбле ҡыҙҙары.