Хәтер
18 Октябрь 2024, 03:49

Ятҡан урының йомшаҡ, тыныс булһын

Ҡәҙерле улым, ағайыбыҙ Альберт Ниғмәт улы АБДУЛЛИНдың беҙҙе ҡара ҡайғыға һалып мәңгелеккә ташлап китеүенә 8 йыл тула.

Ятҡан урының йомшаҡ, тыныс булһынЯтҡан урының йомшаҡ, тыныс булһын
Ятҡан урының йомшаҡ, тыныс булһын

Яҡыныбыҙ кешеләргә, туғандарына, дуҫтарына һәр саҡ хәстәрлекле, ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө булды. Оҫта ҡуллы ине, ағастан эшләмәгән нимәһе ҡалманы.Төрлө музыка ҡоралдарында ла оҫта уйнаны.
Изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булған ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең әнейе, ҡустыһы Альфред, уның ғаиләһе, балалары, ейәндәре.

Автор:
Читайте нас