Ҡаҙ өмәһе, Ҡаҙ өмәһе
Алдарҙа ҡаҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһенә йыйыла
Гел уңған ҡыҙҙар ғына
Башҡорт халҡында һәйбәт ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – “Ҡаҙ өмәһе”. Уңғар ауылы Тирмәкәй балалар баҡсаһында ла шаулап-гөрләп “Ҡаҙ өмәһе” байрамы үтеп китте. Байрамды тәрбиәсе Әмәкәсова Гөлсәсәк менән өмәгә еңгә итеп саҡырылған Башҡорт теле уҡытыусыһы Әмәкәсова Әлфинә үткәрҙе. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, күнелле йырҙар йырлап, йорт ҡоштары тураһында йомаҡтар ҡойоп, бейеп, сәйҙәр эсеп, урыны-шартына килтереп үткәрҙек байрамды, тиҙәр уңғарҙар.
Фаина СЕМЕНОВА, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире, Павловка ауылы
йыл