Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыларҙы ла күтәрергә тура килә, иңдәреңә төшкәс ҡалайтаһың.
Бер йыл эсендә өс ғәзиз, яҡын кешеләребеҙҙе ер ҡуйынына һалып ҡуйырға тура килде. Май айында барыбыҙҙы оло ҡайғыларға һалып ҡыҙыбыҙ Айгөл Әнүәр ҡыҙы Мырҙағолова йәшләй генә арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Ошо уҡ йылдың декабрь айында тормош иптәшем Әнүәр Әмирхан улы Мырҙағолов та баҡыйлыҡҡа күсте. Был ауыр юғалтыуҙарҙан үҙебеҙгә килеп тә өлгөрмәнек, бәләкәй ҡыҙымдың тормош иптәше, кейәүебеҙ Юра Юрьевич Семенов та уйламағанда яҡты донъялар менән бәхилләште.
Ошо тиклем ауыр саҡтарыбыҙҙа, беҙҙең өлөшкә төшкән ауыр юғалтыу ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, һәр яҡлап та ярҙам күрһәт яҡындарыбыҙға, туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Йыраҡ ара тип тормай, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатырға ике яҡтан да бик күп туғандар, таныш, дуҫтар йыйылды. Беҙҙе ҡайғылы сағыбыҙҙа яңғыҙ ҡалдырманығыҙ, күрһәткән ярҙамдарығыҙ, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, барығыҙ ҙа иҫән-һау булығыҙ, бәлә-ҡазалар үҙегеҙҙе урап үтһен.
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ тыныс ятһын, йәндәре йәннәттә, урындары ожмах түрҙәрендә, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, яралар уңалмай, ҡәҙерлеләребеҙ һәр саҡ беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланыр.
Түкән ауылынан Лена Мырҙағолова