Ауылымдың урамдарын
Үтәйем әле һанап,
Кемдәр ҡушҡан исемдәрен
Ултырам шуны уйлап
Бала сағым иҫтәлеге
Шепшә минең урамым,
Күрше урам Ширмеш ине
Уны нисә ураным.
Әхирәткәйҙәрем менән
Уйнаныҡ беҙ бергәләп,
Урам менән урам ярышты
Кем еңгәнен билдәләп
Бер урамы уның Ҡушай
Теҙелеп киткән йорттары
Ир-егеттәр эшкә оҫта
Ҡыҙҙары алтын ҡуллы
Эштән ҡайтып, ял иттеләр,
Ҡәҙерен белеп кенә
Йылдары ауыр булһа ла,
Хеҙмәт иттеләр илгә
Аръяҡ исемле урамда
Булды бик күп келәттәр,
Шул келәттә һаҡландылар
Сәсә торған игендәр
Кис көнөндә йыйылышып,
Йәштәр күңел астылар,
Иртән тороп эшкә сапты
Һис арыу белмәҫ ҡулдар
Ауылыма ҡайтам әле,
Урамдан уҙам әле,
Һәр урамдарҙың исемен
Йырҙарға һалам әле.
Гөлшат Байназарова, Айсыуаҡ ауылы.