Хәтер
28 Ноябрь 2024, 06:32

Юҡһынабыҙ

Ошо көндәрҙә, ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Ғайнулла Ғайфулла улы ЙОСОПОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл булды.

ЮҡһынабыҙЮҡһынабыҙ
Юҡһынабыҙ

Хөрмәт иткән, ҡәҙерле атайыбыҙҙың китеүе беҙҙең өсөн оло ҡайғы булды. Ҙур юғалтыуҙы ҡабул итеүе ауыр күренеш, хәл.
Әҙәм балаһы был донъянан китһә лә, ерҙә, донъялыҡта, уның эшләгән изгелеге, кешеләргә күрһәткән ярҙамы ҡала.
Ҡәҙерлебеҙ һәр ваҡыт беҙҙең күңелебеҙ түрендә. Ул оло йөрәкле, ауылдаштарына, кешеләргә мәрхәмәтле булды. Хәтеребеҙҙә оло йөрәкле, алсаҡ йөҙлө булып ҡалды.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген, беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Йәне йәннәттең түрендә булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Мәрхүмдең яҡындары

Автор:
Читайте нас