Хәтер
6 Декабря 2024, 04:31

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың

Ошо көндәрҙә, Ҡансыра ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ Ринат Миһран улы БУКАНБАЕВ, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына 40 көн тулды.

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһыңКүңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың
Күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың

Бик тыйнаҡ, изге күңелле, намыҫлы, тормош яратыусы, эшсән, ярҙамсыл ине. Ҡансыра ауылында фермерлыҡ эше асып, һуңғы көнгә тиклем тырышып эшләне. Уның яҡты донъя менән хушлашыуы оло юғалтыу булды...
Ҡәҙерле балабыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, яҡындарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, барыһына ла именлек теләйбеҙ.
Яҡыныбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрһәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең ата-әсәһе һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас