Был турала яңы белдек, ишеттек, уҡыныҡ - ә ҡолаҡ, күҙ, йән был ҡот осҡос хәбәргә һаман ышанмай.
Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы беҙҙең Агенствола оҙаҡ йылдар эшләне, бүлек начальнигы булды, барған һайын (ул саҡта йыш йөрөнөк, әле генә Өфө менән аралар һыуынды), уға кермәй ҡайтыу юҡ. Бар аһ-зарҙы уға һөйләйбеҙ, күңелде уға бушатабыҙ. Ҡай саҡ апайыбыҙ әрләп тә сығара: мыжыйһың да йөрөйһөң Әммә үпкәләшеү юҡ, үҙе гәзиттә эшләгән кеше булараҡ, беҙҙе күберәк аңлай ине, ҡулынан килгәнсә, ярҙам итте, кәрәк саҡта, хатта юғары кешеләр алдында яҡлашып һүҙ әйтте. Аҙағыраҡ ул Учалыға китте, мөхәррир-директор булып. Директор булып эшләй башлағанына аҙна-ун көн самаһы ваҡыт үткәс (март айы ине, буғай), уға шылтыратам, ни хәлдәр, Фирҙәүес Ишморатовна?
- Малик, ниңә һин милли баҫмала анау сама проблемалар бар икәнен әйтмәнең, хәлдәр шәптән түгел икән дә...
Күрәһең, Өфөлә эшләгәнендә минең "мыжыуҙарҙы" барыбер етди ҡабул итмәгән булған. Хәлдәрҙе яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәртеү йәһәтенән эш башланым тигәйне. Әйтте - эшләне була торғайны апайыбыҙ, моғайын, Учалы гәзитендә эшләгән ҡәләмдәштәр был турала үҙҙәре әйтер.
Учалыла эшләй башлағас, уның менән дә аралар өҙөлдө, һәр кем үҙ ҡабығына ҡапланып, бикләнеп йәшәгән заман, Учалы түгел, күршеләге милли баҫма нисек йәшәгәнен дә белмәйбеҙ. Миңә теймәһәләр - булды, тигән кеүек эшләй бирәбеҙ. Йәл. Бик йәл, апай. ҡайҙа былай ашыҡтың, йәш, матур мәлең. Әле лә Агенство ишеген яңғылыш асып барып инһәк, унда һин ултырырһың һымаҡ: сәй эсәһеңме, Малик?
Тыныс йоҡла, апай. Бөтәһе өсөн дә рәхмәт. Ғәйепләп китмә.