Ошо көндәрҙә беҙҙең барыбыҙҙы күтәрә алмаҫлыҡ оло ҡайғыларға һалып, һөйөклө улыбыҙ, туғаныбыҙ, абзыйыбыҙ - Айнур Франц улы ӘБДЕЛМӘНОВ илебеҙ тыныслығы өсөн яу яланында батырҙарса һәләк булды.
Күпме генә элемтәгә сыҡмаһа ла, яҡыныбыҙҙың иҫән булыуына, шылтыратыуына, бер йылмайып ҡайтып кереүенә ышандыҡ, өмөтләнеп көттөк. Тик ҡыҙғанысҡа, өмөттәребеҙ аҡланманы, был турала уйларға ла ҡурҡа инек, ҡара ҡайғы беҙҙең ишектәрҙе лә шаҡыны. 5 октярбь көнө үк һәләк булған улыбыҙҙың кәүҙәһе ике айҙан ашыу ваҡыт үткәс тыуған ауылы тупрағына ҡайтып ятты.
Беҙҙе шул тиклем ауыр, ҡайғылы мәлебеҙҙә яңғыҙ ҡалдырмаған ут күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт. Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, хәлдәребеҙҙе белешеп, һәр яҡлап ярҙам итеп торҙолар. Айырым рәхмәтебеҙ ут күршеләребеҙ Илһам менән Фәнүзә Ҡотлогилдиндарға, мырҙам Рәфис, киленем Гөлнур Хөсәйеновтарға, һылыуҙарым Фирүзә менән Гөлсәсәккә. Улар Айнурыбыҙҙы ерләүҙе тулыһынса ойоштороп, яныбыҙҙан китмәй, көнө-төнө ярҙам итеп, йүгереп йөрөнөләр. Ауылдаштар, туғандар, улыбыҙҙы белгәндәр ҙә, белмәгәндәр ҙә күмәкләп килеп, уның яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә алып, һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнаштылар, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, һеҙҙе ошондай ҡайғылар урап үтһен. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, Айнур улыбыҙ беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә һаҡланыр, беҙ уны отонмаҫбыҙ...
Мәрхүмдең ата-әсәһе, яҡындары, Ялсыҡай ауылы.