Ил именлеге ирҙәр иңендә икәнлеген йөрәге аша кисергән ҡыйыу Азамат Файзрахман улы, 2022 йылдың октябрь айында, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Яуҙа ике тапҡыр яраланһа ла ул, йәрәхәттәре төҙәлеп тә бөтмәй яңынан сафҡа баҫты. Тыуған ил алдындағы фиҙакәрлеге өсөн хәрби командование уны Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм миҙал менән бүләкләне. Туғаныбыҙҙың батырлыҡтарын ишетеп, һәр наградаһы өсөн шатланғайныҡ, ғорурланғайныҡ та бит... Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошман пуляһы Азаматыбыҙҙы ла аяманы – ул батырҙарса һәләк булды һәм июнь айында ҡаһарманыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Ошо көндәрҙә, хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Азамат Ишҡолов, үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Мәртәбәле награданы батырҙың ғаиләһенә тапшырҙылар.
Батырҙар үлмәй, уларҙы халыҡ хәтере мәңгелек итә. Хәрби антҡа һәм Ҡораллы көстәрҙең традицияларына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалған ҡаһарманыбыҙ Азамат Ишҡоловтың батырлығы ла беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!
- Азамат улыбыҙ бала саҡтан ҡыйыу булды. Әрме хеҙмәтенән һуң, прапорщик булып контракт буйынса ла хеҙмәт итте. Был юлы ла батырҙарса аҙым яһаны. Илдәге ваҡиғалар башланғас, үҙендәге патриотик, гражданлыҡ бурысын өҫтөн ҡуйып, егеттәргә ярҙам кәрәк, тип яуға юлланды. Бер нисә тапҡыр яраланһа ла улыбыҙ бер ваҡытта ла зарланманы. Барыһы ла яҡшы, тип беҙҙе йыуатып торҙо. Ҡыҫҡа ялға ҡайтып киткәнендә: “Әсәй, атай, мин һуңғы тапҡыр барам. Борсолмағыҙ, тағы берҙе генә барып ҡайтам да башҡа бармайым”, - тип ҡосағына ҡыҫты беҙҙе. Ысынлап та һуңғы тапҡыр китеүе булды балабыҙҙың... Илдәребеҙ тиҙерәк тынысланһын инде, башҡа юғалтыуҙар булмаһын, барыһы ла именлектә генә йәшәһендәр, – тиҙәр Азаматтың әсәһе Әлфиә Әхмәтғәзиз ҡыҙы менән атаһы Файзрахман Мәннәф улы.
Һәр саҡ алсаҡ, туған йәнле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булған мәрхүмебеҙҙең йәне йәннәттә булһын. Тыныс йоҡла, батырыбыҙ...