Хәтер
19 Декабрь 2024, 11:41

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Ошо көндәрҙә Ҡотлоюл ауылында тыуып, үҫкөн, ошонда ғүмер иткән ҡәҙерле класташыбыҙ - Ҡәмәриә Рафиҡ ҡыҙы АРДИВАНОВА барыбыҙҙы оло ҡайғыларға һалып яҡты донъяларҙан китеп барҙы.

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡЙылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ
Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Класташыбыҙ менән ошо ауылда тыуып, үҫтек, бергә уҡып сыҡтыҡ. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп йөрөнө, тырыш, тормошто яратыусы, эскерһеҙ, алсаҡ күңелле булды, бер кемгә асыуланып, үс һаҡлап йөрөмәне, гел ярҙамға килергә әҙер булды. Ҡәмәриә класташыбыҙ мәрхәмәтле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булды, һәр кем менән уртаҡ тел табыр ине. Беҙ класташыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, класташыбыҙҙың изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәмәриәнең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уның балаларының, әсәһенең, барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Класташтары

Автор:
Читайте нас