Был теманың нимәһен һөйләһең тиһәң дә (эскәне эсә, магазиндан кәрәген барып ала), һүҙ ҡыҙыу ғына барҙы. Хакимиәттең иҡтисад бүлеге начальнигы О. Алексеева районда күпме магазин-ойошма спиртлы эсемлектәр һата шуларҙы һананы, Көйөргәҙе халҡы статистика буйынса бик эсеүсе халыҡ түгел икәнен ишеттек – йән башына йылына 3 литр араҡы эсәбеҙ икән, ә републикала был һан – 7,8 литр. Легаль булмаған зәм-зәмде һатыусылар менән эш алып барабыҙ, тине Ольга Васильевна. Башлыҡ Ә.Ҡотлоәхмәтов бар һатылған араҡының нисә процентын беҙҙең спиртзаводтыҡы тип ҡыҙыҡһынды. 60-70% икәнен белгәс, ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙы залдағыларҙа – эсһәк тә үҙебеҙҙекен күберәк эсәбеҙ. Тик артабанғы һөйләшеү күңелде ҡырҙы: республика буйынса аҙ эсәбеҙ тип маҡтанабыҙ, был беҙ айныҡ халыҡ тигәнде аңлатмай, беҙҙең дә ауыҙ бар, апаруҡ һемерәбеҙ араҡыны, тик легаль булмағаны иҫәпкә кермәй бит, шуға ла статистика уны күрһәтмәй. Күршеһенә генә кереп самогон алған кеше, йүгереп килеп, һиңә шунса литр ебәреп ташлағанмын тип отчет бирмәй. Легаль булмаған спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы нисек тыйырға - төп һорау ине. Магазиндан зәм-зәмде һатып алыу кәмегән быйыл ,8%-ҡа.. Ҡаҙаҡ араҡыһы шәп үтәлер, шул араҡы кешегә зарарлымы ул тигән һорауға, уны тикшереп ҡараныҡ- ГОСТ буйынса тап килгән бынамын тигән араҡы, тине полиция вәкиле. Роспотребнадзор начальнигы Р. Ибәтуллин Яҡуп ауылында боярышник һаталар тигән сигнал булғас, барҙыҡ, тик бер ни тапманыҡ тине. Мораптал башлығы телмәр тотто: 5 кешенән торған эшсе төркөм бар беҙҙә тине Кинжалиев, алдаҡ араҡы һатҡанға былтыр 1 протокол төҙөһәк, быйыл 3 тине. Ике ҡатын былтыр дауаланған, быйыл да ике ҡатынды оҙатҡандар (Морапталда бисәләр генә эсә микән әллә). Һатҡан өсөн штраф 1500, әҙәм көлкөһө, тотолған әҙәм йөҙгә ҡарап көлә: давай, һалығыҙ штрафы, бер төндә кире ҡайтарам был хаҡты.
Ноябрь, 2017 йыл.