Хәтер
22 Декабрь 2024, 05:02

Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ

Ҡәҙерле, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Ғөмәйрә Зиязитдин ҡыҙы Вәлитова, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә арабыҙҙан китеүенә бер йыл булды.

Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫЮҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ

Ҡәҙерле, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Ғөмәйрә Зиязитдин ҡыҙы Вәлитова, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә арабыҙҙан китеүенә бер йыл булды.
Изге күңелле, асыҡ йөҙлө яҡыныбыҙ бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Туған йәнле, ғаилә терәгебеҙ булған яҡыныбыҙҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, ғәзизебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Һөйөклөбөҙҙөң ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнап ҡылған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмәнең балалары, ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас