Хәтер
24 Декабрь 2024, 04:11

Беҙҙе шул тиклем ҡайғылы ваҡытыбыҙҙа яңғыҙ ҡалдырманығыҙ

Ошо көндәрҙә Ялсыҡай ауылында тыуып, шунда ғүмер иткән ҡәҙерле атайыбыҙ -Әхтәм Әҡсән улы МАЗИТОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына 40 көн тулды.

Беҙҙе шул тиклем ҡайғылы ваҡытыбыҙҙа яңғыҙ ҡалдырманығыҙБеҙҙе шул тиклем ҡайғылы ваҡытыбыҙҙа яңғыҙ ҡалдырманығыҙ
Беҙҙе шул тиклем ҡайғылы ваҡытыбыҙҙа яңғыҙ ҡалдырманығыҙ

Атайыбыҙ тыныс холҡло, ипле, эшсән, ярҙамсыл булды, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле, ихлас булды. Техника менән дуҫ булды, хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда механизатор булып намыҫлы хеҙмәт итте. Бик күп маҡтау грамоталрына, Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды. Әсәйебеҙ менән 45 йыл татыу ғүмер итеп, беҙгә өс балаһына лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙе икеһен дә бер юлы юғалтыу, беҙҙең өсөн бик ҙур, оло ҡайғы булды. Пар ҡанатыбыҙ, беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ, икеһе бер юлы ҡайрылды.
Беҙҙе шул тиклем ҡайғылы ваҡытыбыҙҙа яңғыҙ ҡалдырмай, бар ойоштороу эштәрен үҙ өҫтәренә алған, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, барыһына рәхмәтлебеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ, атайыбыҙҙы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатырға килгән ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Яҡыныбыҙҙың ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең хәтерҙәребеҙҙә мәңгегә һаҡланыр.
Мәрхүмдең балалары.

Автор:
Читайте нас