Хәтер
4 Ғинуар 2025, 05:28

Абдулда комиссияла иҫәптә торған бер бала ла, ғаилә лә юҡ

Суицид та юҡ.

Абдулда комиссияла иҫәптә торған бер бала ла, ғаилә лә юҡАбдулда комиссияла иҫәптә торған бер бала ла, ғаилә лә юҡ
Абдулда комиссияла иҫәптә торған бер бала ла, ғаилә лә юҡ

Бөгөн Абдул ауылында район имам-хатибтарының "Ғаилә һәм дини нигеҙҙә балалар тәрбиәләү" тип аталған семинар-кәңәшмәһе үтте. Ни өсөн тап Абдулды һайлағандар был семинар өсөн, быныһын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Л. Хәмитова аңлатты: сөнки был ауылда комиссияла учетта торған бер бала ла, ғаилә лә юҡ, суицид та юҡ. Сараға имамдарҙан, хакимиәттән тыш, Дини назараты рәйесенең 1-се урынбаҫары Айнур Арыҫланов та килгән. Оҙаҡ ҡына нисек бала тәрбиәләргә тигән темаға телмәр тотолдо (заманаһы заманамы ни - йолаларҙы тотҡан ауылдар бөтә, балалар интернеттан башҡаны белмәй, телевидениела атыш та үлтереш). Ысын сабый урынына ҡурсаҡ һалып, балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте Абдул имам-хатибы Илдар Усманов. Яҡупта мулла юҡлығына зарланып алдылар. Аҙағыраҡ Кинйәбыҙ музейына сәйәхәт ҡылдылар барыһы ла. Семинарҙың маҡсаты матур, ғаиләләргә уның йоғонтоһо ла булһа ярар ине.

Автор:
Читайте нас