Хәтер
4 Января 2025, 09:26

Нурың иртә һүнде

Ул беҙҙән бер башҡа бейегерәк күренде.

Нурың иртә һүндеНурың иртә һүнде
Нурың иртә һүнде

1994 йылда беҙҙе - ишембайҙарҙы (Ишембайҙағы 2-се БРГИ-һын бөткән егет-ҡыҙҙарҙы) автобусҡа тейәп, БДУға уҡырға инергә алып барҙылар. Һүҙ ыңғайында Ишембай гимназияһы уҡытыусылары хаҡында әйтеп китмәү яҙыҡ булыр - балалар тип йән атҡан педагогтар уҡыта ине унда, директорыбыҙ "Һеҙҙән кеше сыҡһын" тип йән атты, бар коллектив шулай булды, ана, Өфөгә лә, бөтәбеҙҙе бергә йыйып алып барҙылар, ятаҡханаға урынлаштырҙылар, беҙҙең менән бергә уҡытыусылар ҙа ҡуна ятты (репетиторҙар, йәнәһе, етәкләп йөрөтөп, имтихан тапшырттылар, бының өсөн бер тин аҡса һораған кеше булманы - оят).
Рәзилде тәүгә шунда күрҙем, ул да абитуриент. Беҙҙән аҙыраҡ олораҡ ине, даирәһе лә киңерәк кеүек күренде. Йылайырҙанмын тине, фамилияһы Бикбулатов, Фәрит ағайҙың туғанымы тигәс, эйе, тине. Ышандыҡ. Рәзил гитарала хәтәр шәп уйнай һәм йырлай ине, бигерәк тә бына бынау йыры иҫтә ҡалған:
Бар беҙҙә күрше ҡыҙ, исеме Гөлнара
Кис һайын, биҙәнеп-төҙәнеп, ул ҡайҙа ғына бара?
Әллә нисәмә йылдар үтте, БДУны ташлап киттем, әммә Рәзил хәтерҙә ҡалды, хәтерҙә ҡалырлыҡ талантлы егет ине ул. Аҙаҡ, һыуҙар байтаҡ ҡына аҡҡас, ул Милли китапханала эшләй ине ахры, Күмертауға килде. Шунда ғына күрешеп ҡалдыҡ. Баҡһаң, ул да ғүмеренең һуңында журналистикала эшләгән икән, “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып (һай, әлеге үҙ-ара аралашыу етмәүе, милли баҫмалар бер береһенең ҡайҙа, нимә эшләгәнен дә белмәй йәшәй хәҙер).
Яҙмыш беҙҙең аралашыуға аҙ ғына ваҡыт бирһә лә, яҡын туғанды юғалтҡандай, ауыр. Хәс, әллә ҡайҙа ятып ҡалған 90 йылдарҙағы кеүек, әле лә Рәзил ятаҡхана бүлмәһендә, карауатта ултырып, йыр һуҙа кеүек:

Донъяға илһам, нур тарата Гөлнара...
Илһамыңды-нурыңды оҙаҡ таратырға насип булманы, Рәзил. Бәхил бул. 
Автор:
Читайте нас