Уның тырышлығы менән был реабилитация үҙәге Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы шифаханаларҙың береһе булараҡ танылыу таба. Психология фәндәре кандидаты булған етәксебеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәте РФ Хөкүмәтенең, РФ социаль страховкалау фондының, БР-ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Изге күңелле, асыҡ йөҙлө, абруйлы, ихтирамлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған етәксебеҙ бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ Ришат Йәүҙәт улын юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Хөрмәтле кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмдең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын.
Күмертау реабилитация үҙәге коллективы исеменән бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре: Мөҡминшина Г.Р., Үзбәкова З.М., Ишмөхәмәтов Ф.А., Синякова И.А., Шаһманова З.М., Радцева М.В.