Хәтер
17 Ғинуар 2025, 12:12

Ермолаевкала мал тотҡан кеше бөттө тиерлек

19 ғинуарҙа кемдер боҙло һыуҙа ҡойонған

Ермолаевкала мал тотҡан кеше бөттө тиерлекЕрмолаевкала мал тотҡан кеше бөттө тиерлек
Ермолаевкала мал тотҡан кеше бөттө тиерлек

Ә бына район хоккейсылары рәхәтләнеп китеп сәкән һуҡҡан, йәғни, хоккей уйнаған. 2006-2008 йылдарҙа тыуған Яҡшымбәт, Ермолаево, Мәләүез егеттәре Сокол комплексында шулай сәкәләшкән.
3 урынды "Искра" командаһы яулаған (Яҡшымбәт), 2 урын Ермолаевола, 1-селекте Мәләүездәр алып ҡайтып киткән.
Әйткәндәй, яҡшымбәт командаһы яңы ғына формалашҡан, шуға уйындары бик шәптән булманы ошоңарсы, бер уйында егерме нисә шайба ла кереттерҙеләр үҙҙәренә. Хәҙер уйындары арыу ғына килеп сыға башлаған. Сөнки беҙ Яҡшымбәттә ҡаймаҡ, ит ашайбыҙ, сифатлы аҙыҡ, ә Ермолайҙар магазиндан теләһә ни алып ашай, тип дәртләндерәләр үҙҙәрен. Ысынлап та, Ермолаевкала мал тотҡан кеше бөттө тиерлек...

Автор:
Читайте нас