Хәтер
18 Ғинуар 2025, 07:12

Изгелек эшлә лә, һыуға һал

Роза Ҡобағошова-Сафина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

Изгелек эшлә лә, һыуға һалИзгелек эшлә лә, һыуға һал
Изгелек эшлә лә, һыуға һал

- Көйөргәҙе районы үҙәгендә урынлашҡан сәнғәт мәктәбенә Айрат һәм Өлфәт Ҡобағошовтар исеме бирелеүе – бик ҡыуаныслы ваҡиға. Сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерәм. Сөнки улар икеһе лә минең бер туған ағайҙарым. Был ваҡиға беҙҙең туғандар өсөн генә түгел, ә барлыҡ яҡташтар өсөн дә ҙур ғорурлыҡ! Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡты күтәрҙе, сәнғәтебеҙгә һәйкәл ҡуйҙылар. Ә халыҡ уларҙы күтәрҙе. Киләсәктә лә халҡыбыҙҙың ошондай талантлы улдары тыуһын. Ошо сәнғәт мәктәбе лә Ҡобағошовтар йүнәлешендә эшләр тигән өмөттә ҡалам. Унан беҙҙең халҡыбыҙҙың рухлы ынйылары, минең ағайҙарым һымаҡ шәхестәр үҫеп сығырына ышанам.
Районда Өлфәт ағайҙың хәтер кисәһе үткәрелгәндә, берәй урамға бер юлы уларҙың икеһенең исемен бирергә, йәки шулай уҡ берәй таҡтаташ урынлаштырғанда исемдәре бергә булырға тейеш тигән фекеремде белдергәйнем. Хәйер, был фекерҙе минән башҡа әйтеүселәр ҙә, хуплауысылар ҙа булды.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелде. 

Автор:
Читайте нас