Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Ғинуар , 16:55

Балаһын юғалтҡан әсәнең йөрәге мәңге яралы

Бөгөн Әлфиә Ишҡолова аят уҡытты.

Балаһын юғалтҡан әсәнең йөрәге мәңге яралы
Балаһын юғалтҡан әсәнең йөрәге мәңге яралы

Күпме генә ваҡыт үтһә лә, уларҙың күңеле уңалмай, ә нығыраҡ бойоғоп, һағыныуҙары арта ғыналыр... Ундай саҡта әсәне йыуатырлыҡ һүҙ ҙә табып булмай, хәйер, ундай ҡайғыны еңеләйтер һүҙҙәр бармы икән?
Бөгөн Әлфиә Ишҡолова аят уҡытты. Уны ул Махсус хәрби операцияла һәләк булған улы Азаматтың рухына бағышланы. Ғәзиз кешеһенең яҡты донъянан китеүенә ете ай тулған...
- Тыныс ҡына ултыра алмайым... Баламдың рухы шат булһын тип, туғандарымды йыйҙым. Батырымдың йәне йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, улым... – тине әсә кеше.

Автор:
Читайте нас: