Был темаға үткән ултырыш гел генә шау-шыулы үтә, әлегеһе лә ныҡ ҡыҙыу барҙы. Сығыш яһаусылар - врачтар, уҡытыусылар, гәзит кешеләре, ғөмүмән барыһы ла СПИД ауырының ни тиклем ҡот осҡос ауырыу икәненә һәр саҡ инана. Инана ла сығып китеү менән көндәлек мәшәҡәткә сумыпмы барыһын да онота. Уҡытыусылар тулы кимәлдә пропаганда буйынса эш алып бармай, ФАП фельдшерҙары мәктәп яғына килеп тә урамай, Өфөнән алып ҡайтылған брошюралар хакимиәттә саң йыйып ята - күп мәктәптәр уларҙы кәрәкмәй тип тапҡан. Шул ваҡытта был сир ҙур тиҙлек менән тарала - районда әле 107 кеше иҫәптә тора (былтырғыға ҡарғанда 22-гә күп, бар кешене лә тикшереп ҡараһаң был һан әллә күпмегә артасаҡ ти врачтар), ҡалала меңгә яҡын. Районда хатта 17 йәшлек егет тә енси юл менән йоҡторған СПИДты. Артабан нисә йәш ҡыҙ менән йоҡлаған ул - береһе лә белмәй. СПИД йөрөтөүселәрҙең күбеһенең йәше 25-55 йәш. Себерҙән ҡайтҡандар, алыҫ юлға рейс менән йөрөгән водителдәр сирҙе иң күп таратыусы һанала. Люция Хәмитова бала йорттан сығып китер алдынан, башыңа башлыҡ кей тип түгел, кеҫәңә презерватив һал тип сығарырға кәрәк тине. Хәҙер был сирҙе наркомандар түгел, йөрөмтәл әҙәмдәр тарата. Районда ҡайһы ауылда нисә кеше СПИД менән йәшәп ята был турала киләһе һанда уҡығыҙ.
18 ғинуар, 2017 йыл.