Яҡыныбыҙ тормошто ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Хеҙмәт һөйөүсән, изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл, шаян һүҙле кеше ине. Һәр ваҡыт яҡшы кәңәштәре менән яҡындарының, ауылдаштарының күңелдәрен күтәрә белде, шулай уҡ тура һүҙле булыуы һәм башҡа яҡшы сифаттары хәтерҙәребеҙҙән бер ҙә сыҡмай.
Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһағыҙ ине.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, урыны ожмахта, рухтары шат булһын ине.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Әтейемдең нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары исеменән улы Йәүҙәт Усманов.