Хәтер
3 Февраль 2025, 02:51

Ҡыбырлап яталар

Район башлығы урынбаҫары Л. Хәмитова етәкселегендә телдәр буйынса комиссия ултырышы булды.

Ҡыбырлап яталарҠыбырлап яталар
Ҡыбырлап яталар

Юшатыр гәзите редакторы Көйөргәҙе ойошма-предприятиеларҙың алтаҡтаһындағы яҙыуҙаға хаталар хаҡында (бөтәһе 5 силсәүит тикшерелде, хаталар күп кенә: башҡорт телендә яҙыуҙар дөрөҫ яҙылмай йәки бөтөнләй юҡ - Ермолаево, Таймаҫ, Зәк Ишмәт, Яҡшымбәт, Яңы Мораптал ауылдарындағы клуб, магазин, силсәүит, кафе биналары) һөйләне. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы С. Тураева мәҙәни йәһәттән телде һаҡлау буйынса нимәләр эшләнә икәне тураһында телмәр тотто. Саралар күп, һанап бөтөрлөк түгел, шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауыл бөтөп бара, эш юҡ, завклубтың эш хаҡы бөтөнләй аҙ тип тормайҙар ҡыбырлап яталар, дәртләнешеп концерт-спектакль ҡуя халыҡ. Тел тураһындағы закон нисек үтәлә икәнлеген тикшерҙек, ысынында эш алтаҡтала йәки сәхнәнән йырлауҙа ғына түгел. Кешенең йөрәгендә рух булмаһа, уға бер ниндәй комиссия ла ярҙам итмәҫ.

30 март, 2017 йыл.

P.S. Телдәр буйынса комиссия элек ярайһы ғына эшләй ине, һуңғы бер нисә йылда был комиссияның эше тураһында бер һүҙ ишетелгәне юҡ , әллә бар ул, әллә юҡ....

Автор:
Читайте нас