Әхәт Йәүҙәт улы ҠОТЛОӘХМӘТОВ, Көйөргәҙе районы Хакимиәтенең элекке башлығы:
- Ябайлыҡта – бөйөклөк, тиҙәр бит. Ошо һүҙҙәр Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа арналғандай. Ниндәй генә дәрәжә биләһә лә, уның ябайлығы, халыҡсан юморы, тотонған эшен аҙағына ҡәҙәре алып барып еткереүе күптәрҙә һоҡланыу уяталыр, моғайын. Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикабыҙҙы етәкләгән саҡта районыбыҙ өсөн ярҙамы күп булды. Уның ярҙамы менән беҙҙә күп эштәр башҡарылды: күперҙәр, һыуһаҡлағыстар төҙөлдө, юлдарға асфальт түшәлде, мәктәптәр асылды, балалар баҡсалары, фельдшер-акушер пункттары сафҡа инде.
Урал Дамир улы ИБРАҺИМОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
- Элек Мортаза Рәхимов менән яҡындан күрешеп һөйләшкәнем булмағайны. Ҡотлоюлда йәшәгәндә килгәнендә күргәйнем. Ул саҡта халыҡ күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итеүенә шатланғаным иҫемдә. “Тәүәкән” ауыл хужалығы кооперативына директор итеп ҡуйғастар, Мортаза Ғөбәйҙулла улына айына ике тапҡыр барып отчет яһай торғайным. Ул шул тиклем тынғыһыҙ, халҡы, ауылдар яҙмышы өсөн борсола ине. Уның янына барып, эштәрҙең ыңғай барышын һөйләһәң, тынысланып китә. Ауыл халҡына йәшәү өсөн килеп сыҡҡан төрлө ауырлыҡтар өсөн борсола ул. Ябай халыҡтың ауыр йәшәүе менән килешмәй, улар өсөн еңеллек тыуҙырмаған закондар ҡабул иткәндәре менән дә килешмәй. Малдарға төрлө чип ҡуйыу, һуйыу цехтары булдырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн халыҡтан аҡса йыйыу, ауылдарҙа эшһеҙлек проблемалары тураһында ла борсола торғайны. Республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ил ағаһының тыуған көнөн үткәрергә тәҡдим иткәс тә, ул уны төрлө яҡлап бизмәнгә һалып, баш тартты. “Юбилейыма аҡса түкмәйек, миңә бер Грамота менән ҡотлау һүҙе лә етә”, - тигән ул.
“Тәүәкән”гә директор итеп ҡуйыр алдынан мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән таныштырырға алып барғайнылар. Миңә тиклем был вазифаға бер-нисә кешене тәҡдим иткән булғандар икән. Ҡараны ла: “Һинең исемең Уралмы? Уралдар шәп кеше булырға тейеш. Һиңә эшләргә фатихамды бирәм”, - тине. Миңә ышаныс белдергәне өсөн ҙур рәхмәт уға.
Фәһим Фәрғәт улы БОҪҠАНОВ, Күмертау ҡалаһының 3-сө БРГИның элекке директоры:
- Миңә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән ике яңы мәктәп асыу бәхете тейҙе. Ҡотлоюл ауылында мәктәп директоры булып эш башлағанда белем усағы төҙөлә башлағайны. Шул мәктәпте төҙөп бөткәс, асырға үҙе килде. Шул саҡта халыҡ менән ихлас аралашҡаны иҫтә ҡалған. Ауыл халҡы ла үҙен ныҡ яратты. Сираттағы бер һайлауҙар ваҡытында Ҡотлоюл ауылы халҡы Мортаза Рәхимов өсөн 100 процент тауыш биргәйне. Халыҡ өсөн асыҡ, ыңғай булған аҡһаҡалыбыҙ Ҡотлоюл ауылы өсөн күп эштәр башҡарҙы. Асфальт һалынды, газ үтте. Аҙаҡ ҡаланың 3-сө БРГИ-һына директор итеп ҡуйҙылар. Гимназияны төҙөкләндереү ваҡытында, өс тапҡыр килеп, эш барышы менән танышты. Асҡанда ла үҙе килде.