Сара 11-се класс егеттәре Алғазин Илдар, Хөсәйенов Нурислам башҡарыуындағы ҡурай моңо менән башланып китте. 10 класс уҡыусыһы Солтанбаев Ғәфүр Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тормош юлына байҡау яһаны, шул уҡ ваҡытта уҡыусылар зәңгәр экранда видеофильмды ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барҙылар. Артабан уҡыусылар командаларға бүлешеп, викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. Һорауҙар бер-бер артлы яуҙы ғына, әммә рәхимовсылар танау төшөрмәне, кем уҙарҙан яуап бирергә тырыштылар. Көйәрмәндәр - тәрбиәселәр Ильгильдина Л.Х., Бикбирҙина М.М., Күҙбаева Н.Н. иғтибар менән ҡыуанып та, борсолоп та бәйге барышын күҙәттеләр.
Сәмле ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштар менән дәртләндерҙе.
9,11 класс уҡыусылары Айназ Ҡужаков, Ислам Холбобоев "Ил ағаһы", Гайсина Рамина "Башҡортостан Президенты" исемле шиғырҙары күңелдәргә хуш килде. Китапханасыбыҙ Эльвира Хөрмәт ҡыҙы Аллағолова "Бөйөк шәхес һәр ваҡыт халыҡ менән бергә булды, уның мәнфәғәттәре менән йәшәне, республика өсөн көйҙө-янды. Ниндәй вазифа биләгәндә лә Ил ағаһы Башҡортостанды бөтә йөрәге менән яратты һәм уға хеҙмәт итте"- тип йәш быуынға өҫтәмәләр еткерҙе.
Шулай итеп:
I урын -"Рәхимов вариҫтары" 10 класс,
II урын - "Ҡурай" 11 класс,
III урын -" Ил ағаһы" 9 кластар яуланы.
Башҡортостаныбыҙҙың бөйөк шәхесе бөгөн дә халыҡ күңелендә.
Наилә Күҙбаева, 3-сө БРГИ тәрбиәсеһе