Ул бер түгел ике байрам ине Орсоҡ байрамы һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ине. Төрлө йырҙар ҡыҙҡлы өҙөктәр, сәхнәләштерелеүҙәр менән аралаштырылып барған бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле концерт бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр артистарына Ағинәйҙәр төркөмөнә, Женсовет коллективына рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә мәҙәни усағыбыҙҙа уҙғарылған сараларҙа шулай әүҙем ҡатнашыузарын теләйем һәм 8 Март Ҡатын Ҡыззар көнөн да шулай итеп бергәләшеп, алла бирһә, үткәреп ебарергә булһын.
Сараға килгәндәрҙең барыһы ла күңелле тамашанан дәрт, көс алып, рухи ҡәнәғәлек менән таралды.
Гүзәлиә Халикова, Яманһары ауылы
28 февраль, 2017 йыл.