Хәтер
13 Февраля 2025, 11:43

Раил бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне...

Бөгөн беҙ, ил һағында батырҙарса баш һалған класташыбыҙ - Раил Кәфил улы УСМАНОВты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Раил бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне...Раил бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне...
Раил бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне...

Класташыбыҙ шул тиклем игелекле, ярҙамсыл, кешелекле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы булды. Раил бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне, гел ауыҙы йырыҡ булды, көслө ине, бар эшкә лә иң тәүҙә ул ҡушылды, шул тиклем эшһөйәр, тырыш булды.
Беҙ класташыбыҙҙың әнәһе, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәмилә Әҙһәм ҡыҙы Усманованың, Раилдең балаларының һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларға ошо оло ҡайғыны йырып сығырлыҡ сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Мөләйем, аласаҡ, йөҙөнән йылмайыу китмәгән класташыбыҙҙы онотмаҫбыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең хәтеребеҙҙә булыр.

Барлыҡ класташтары исеменән класташтарың Бикмөхәмәтова Гөлнара һәм Королева Гөлүсә

Автор:
Читайте нас