Хәтер
14 Февраль 2025, 11:03

Йәшәүҙәр юҡ бит үлемһеҙ

Кеше ғүмере диңгеҙҙәге бер тамсы, мәңгелектең бер миҙгеле генә.

Йәшәүҙәр юҡ бит үлемһеҙЙәшәүҙәр юҡ бит үлемһеҙ
Йәшәүҙәр юҡ бит үлемһеҙ

Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кеше ҙур-ҙур пландар ҡора. Барлыҡ уйлағанын эшләп өлгөрөргә, ерҙә үҙенең эҙен ҡалдырырға, мәңгелек исем, мәңгелек йәшәү алырға теләй һәм ғүмере буйы шуға ынтыла, бара.
Һәр кешенең йәшәйһе лә, йәшәйһе килә! Ләкин яҙмыш кешеләр өсөн көтөлмәгән боролоштар, мәшәҡәттәр, хатта ҡайғы һәм бәхетһеҙлектәр әҙерләп ҡуйырға мөмкин.
Беҙҙең апайыбыҙ, һылыуыбыҙ - Хәмдиә Рәшитова (Буранова) Яҡут ауылында 9 апрелдә 1959 йылда, ғаиләлә 3-сө бала булып донъяға килә. Мораптал урта мәктәбендә белем ала һәм тыуған ауылынан йыраҡ китмәй, Яҡут ауылы егете Рәшитов Рәжәпкә кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ике балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Ҡәҙерлебеҙ оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, хаҡлы ялға сығып, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып йәшәй.
Кеше тигән бөйөк исемде гел
Йөрөттөң һин ғорур күтәреп.
Йәшәмәнең юҡты бушҡа иләп,
Бер ҙә юҡҡа ғүмер үткәреп.
Йырлап уйнай торған драмалар
Күңел дәфтәренә яҙылды.
Һинең ижад моңо милләтеңә
Ауыр саҡта яҡты һаҙ булды...
Ябайлығың менән яраттырҙың
Ябайлығың беҙгә оҡшаны.
Әллә ниндәй шаян телең менән
Һоҡландырҙың күпме дуҫтарҙы!
Башҡорт Ағинәйе инең бит һин!
Яҡшылығың менән йылыттың.
Йәндәр өшөгәндә, һалҡындарҙа
Һинән ышыҡ эҙләп һыйындым.
Хәмдиә апай, һылыу!
Китә кеше яҡты донъяларҙан,
Йәшәүҙәр юҡ бит үлемһеҙ.
Апай, һиңә ошондай һүҙҙәрҙе әйтке килә: "Яҙмыш һинең аҫтыңа килтереп һуҡһа - йығылмаҫ өсөн йәбеш. Уттарға һалһа - үҙенән дә көслө ян, шул ваҡыт уның ҡыҙыуын да һиҙмәҫһең. Һыуҙарға ташлаһа күбек булып өҫкә күтәрелмә, аҫылташ булып төпкә бат, ялтырауын күреп сумып алырҙар. Туҙан итеп һауаға күтәрһә - ямғыр тамсыларына ҡушылып ергә төш. Ҡара урмандарҙа аҙаштырһа - ҡояшҡа ҡарап юл һайла. Таштар менән баҫтырһа - шишмәгә әйләнеп аҡ. Ергә күмһә - орлоҡ һымаҡ шытып сыҡ. Елкәнеңде елдәр йыҡһа - йөрәгеңде елкән итеп күтәр. Ниндәй осраҡта ла еңергә өйрән. Көслө рухлылар ғына маҡсаттарына ирешә алалар. Түҙемлеләр генә бәхеткә лайыҡ!"- ошо һүҙҙәрҙе апайыма еткергем килә ине, көслө рухлы булдың.
Ысын кеше булып йәшәнең, апай. Тормошто, ғаиләңде, балаларыңды һөйҙөң. Онотмайбыҙ һине һәм онотмаҫбыҙ, ғүмер буйына һағынып йәшәрбеҙ!
Яҡут ауылында ҙур йондоҙ һүнде, ауылды яҡтыртыусы. Тыныс йоҡла беҙҙең ҡәҙерле туғаныбыҙ! Ғаиләһенең ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ, түҙемлектәр теләйбеҙ.
Бөтә туғандары исеменән мырҙаһы Сәғҙәт, килене Раушания һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас